Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 07:07

Иң төпкөл ауылда мәсет асылды


Белорет районының төпкөл ауылдарының береһе Мөхәмәттә иман йорто асылды.

Мансуровтар ғаиләһе ауылдаштарына бына шундай бүләк эшләне. Гөлнара Мансурова әйтеүенсә, мәсеткә Люциә исеме бирелгән. Мөхәмәттә мәсет асыу тураһында Мансуровтар күптән хыялланған. Элеккеһен уҙған быуаттың утыҙынсы йыларында-коллективлаштырыу осоронда емерәләр, ә яңыһын төҙөргә барыһының да хәленән килмәй.

Ауылда йәшәүсе халыҡ быға тиклем клубта йыйыла торғайны. Унда төндә йәштәр бейей, көндөҙ беҙ килә торғайныҡ. Улай булырға тейеш түгел, ти ауылда йәшәүсе Ырыҫбикә Таһирова.Ауылдағы мәсетте өс оҫта ике йыл тигәндә эшләп бөткән. Таһир Харисов үҙ ғүмерендә тиҫтәләгән йорт һалған, әммә мәсетте ул тәүге тапҡыр күтәрә. Шулай ҙа оҫталар мәсетте ентекләп, үҙҙәре уйлап тапҡан проект буйынса төҙөй.

Ғибәҙәтхананың биҙәлеше лә үҙенсәлекле. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, ауыл мәсете йәштәрҙе тәрбиәләү үҙәгенә, иман усағына әйләнергә тейеш. Шуға ла улар ғибәҙәт йорто буш тормаҫ тип өмөт итә.

XS
SM
MD
LG