Accessibility links

Белорет урмандарында бүреләр һөжүме йышайҙы


Халыҡта айыуҙан ҡасҡан бүрегә тигән әйтем бар.

Был малдарға ла ҡағыла. Тик әлегә тайыш табан һыйырҙарға ҡыҙыҡмай, емеш-еләк менән туҡлана. Ә бына бүреләр әленән малдарға һөжүм башлаған. Мәҫәлән, Белорет районында улар артыҡ күбәйгән. Ҡурсаулыҡ тип кешеләрҙе урманға керетмәү йыртҡыстарға үрсеү мөмкинлеге бирә. Райондың Ғәбдөк ауылы тирәләре ҡурмсаулыҡ биләмәһенә инмәһә лә, бүреләр бында ла ҡотора. Бер-ике көн эсендә 5-6 һыйыр-тананы улар быуып үлтергән, бер һәүкәш яраланып ҡайтып хужаһының ихатаһында йығылған. Уларҙы ауларға бер кем дә сыҡмай. Урындағы хакимәт тарафынан да сара күрелмәй.

Бүренән тыш Ғәбдөктә малдар поездан да ҡырыла. Эш шунда, ауылды уртаға бүлеп тимер юлы үтә. Ауыл халҡы көсө менән уның ике яғы кәртәләнеп, йыл һайын ремонтланып торһа ла, малдар эҫе көндө күгәүендән ҡасып тимер юлға менә. Һуңғы көндәрҙә генә Ғәбдөктә 5 баш йылҡы, 3 баш һыйыр тимер тәгрмәстәр аҫытнда ҡалды. Уларҙың хужаларына тимер юлдан компенсация түләнмәү генә түгел, малдарын ҡарамаған өсөн үҙҙәренә үк штраф янай.
XS
SM
MD
LG