Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Берҙәм Рәсәй” берҙәмлек күрһәтерме?


Республика президенты хакимиәтенең элекке етәксеһе Радий Хәбировты “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһендә тергеҙергә тәҡдим ителде.

Борис Грызлов, Мәскәү меры Юрий Лужков, Татарстан президенты Миңтимер Шәймиев ҡатнашҡан сираттан тыш ултырышта шундай ҡарар сығарылыған. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Борис Грызлов “Партиялағы тәртипте үс алыу йә иһә сәйәси көрәш ҡоралы итеп ҡулланырға ярамай”, тип белдергән. Радий Хәбиров 9 июлдә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси шураһы ҡарары менән фирҡәнән ҡыуылғайны. Республикала Радий Хәбировты партияла тергеҙеү тураһындағы тәҡдимгә реакция билдәле түгел. Төбәк бүлексәһендә беҙгә бына нимә тинеләр.
XS
SM
MD
LG