Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 10:59

Урмандар күбәләктән зыян күрә


Саҡмағошта парһыҙ ебәк күбәләге һөжүменән биш мең гектар урман зыян күргән.

Бөжәктәр ҡайын һәм имән ағастарын юҡҡа сығара. Районда ашығыс саралар күрелә. Күбәләктәрҙе ағыулау ҡиммәткә тура килә, бының өсөн авиация талап ителә. Урындағы урман хужалығы директоры Рәмил Вәлиәхмәтов һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы тапҡыр төбәктә ошондай хәл 1979 йылда күҙәтелә.

Ул саҡта бөжәктәр Саҡмағоштағы барлыҡ урмандарҙы юҡҡа сығара. Күбәләк ҡаршылауыҡтары килтергән зыян йөҙҙәрсә мең һумға етеүе ихтимал, тип белдерә Рәмил Камил улы. Республикала 11 мең самаһы кеше талпан ҡаҙалыу сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт иткән. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың күбеһе балалар. Лаборатор тикшереүҙәр барышында 4 меңгә яҡын талпандың энцефалитлы булыуы асыҡланған.

XS
SM
MD
LG