Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 19:27

Өфөлә машиналар һәм авариялар һаны бер тигеҙ үҫә


Юл именлеге хеҙмәткәрҙәре төрлө акциялар менән фажиғәләрҙе иҫкәртергә тырыша.

Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү маҡсатында республикала Водитель – иғтибарлы бул тигән акция башланды. Ул башлап руль артына ултырыусыларҙы тәүге көндән үк хәүефһеҙлеккә иғтибар итеүгә йәлеп итеү маҡсатынан уҙғарыла. Ошо маҡсаттан машина йөрөтөүгә хоҡуҡ ҡағыҙы алыусыларға уларға праваларын баш ЮХИДИ хезмәткәре Динар Ғилметдинов тапшырҙы.

Өфөлә быйыл ғына 43 мең кешегә водитель таныҡлыҡтары бирелгән, уларҙың һаны көндән-көн арта бара, шул уҡ ваҡытта аварияларҙың күбеһе водителдәрҙең тәжрибәһе етмәүҙән килеп сыға. Мәҫәлән, аварияға эләгеүсе һәр өсөнсө йәйәүле башлап йөрөүсе автотранспорт хужаһы, йәғни сәйнүктең ғәйебе менән йәрәхәтләнә.

Өфө районының Нижегородка ауылында фажиғәл хәл теркәлде. Иҫерек водитель үҙенең һигеҙенсе моделле ВАЗ автомобилендә йәйәүлене төкөтә һәм енәйәт урынынан ҡаса.

Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә килгән еңел автомобиль ҡапыл юл ситендәге тротуарға барып менә. Бәхетһеҙлеккә күрә, ул үтеп барыусы барыусы 23 йәшлек егетте тапата. Алынған ауыр йәрәхәттәрҙән һуң бәләгә тарыусы фажиғә урынында йән бирә.

Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң ҡасҡан водитель юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан ҡулға алына. Уның иҫерек булыуы һәм 2011 йылға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм ителеүе асыҡлана. Ҡулға алыныусы фажиғә урынынан ҡасып китеүен төрлөсә аңлатып ҡарарға маташа. Әле водитель 15 тәүлеккә һаҡ аҫтына ҡуйылған. Уның артабанғы яҙмышы яҡын көндәрҙә хәл ителәсәк.

XS
SM
MD
LG