Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 19:23

Тағун Афирканыҡымы, Әрмәндекеме


Башҡортостан Африка тағунынан һаҡлана.

Күрше Ырымбур өлкһенең Черноречье ауылында Африка тағуны таралыу сәбәпле, Башҡортостанда хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Өлкә менән сиктәш райондарҙа, Ырымбур яғынан килгән барлыҡ юлдарҙа ла махсус постар ҡуйылған. Әле ошондай 25 санитар пост бар. Бында машиналарға дезинфекция үткәрелә, тыйылған ризыҡтар, шул иҫәптән иген һәм ҡарбуҙ-ҡауындар ҙа алып ҡалына.

Республика ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ветеринария идаралығы етәксеһе Хәлил Борханов әйтеүенсә, сусҡа малын аҫыраусылар хайуандарҙы йорт – ҡуранан сығармаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә был ҡағиҙә үтәлмәһә, хужаларҙы штраф көтә.

Африка тағунының Ырымбурға килеүенә Кавказ сәбәпсе. Уны Әрмәнстандан Ырымбур өлкәһе Черноречье ауылына туйға килеүселәр алып килгән. Дөрөҫөрәге уларҙың ризыҡтары аша таралған. Әгәр ул Башҡортостанға килә ҡалһа иҡтисади юғалтыуҙар миллиардтарса һумға етәсәк. Сөнки республикала ферма һәм шәхси хужалыҡтарҙа йәмғеһе 600 мең баш самаһы мырҡылдаҡ бар.

XS
SM
MD
LG