Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 17:31

Тирлән фажиғәһендә һәләк булыусылар иҫкә алына


Тирлән фажиғәһенә быйыл 14 йыл.

1994 йылдың 7 авгусында ике тәүлек самаһы туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә Тирлән быуаһының плотинаһы йырылғайны. 10 метр самаһы бейеклегендәге һыу тулҡыны ҡасабала торлаҡ йорттарҙы ағыҙып алып китте, электр тәьминәте өҙөлдө. Һыу стихияһы 29 кешенең ғүмерен өҙҙө. Тағы бер нисә кеше ошо ғәрәсәт мәлендә һалҡын тейҙереүҙән дауаханаларҙа вафат булды.

Тирләндән тыш оло һыу Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары буйындағы ауылдар халҡына ның зыян килтерҙе. Әҙерләгән бесән кәбәндәрҙә килеш аҡты, ауылдарҙы, баҫыуҙарҙы һыу баҫты. Ҡышын иһә ҡомло бесән ашауҙан халыҡтың малы ҡырылды. Ошо ваҡиға ҡорбандары хәтеренә Тирләндә Хәтер ташы ҡуйылған.

XS
SM
MD
LG