Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 08:53

Яҙыусы Әхиәр Хәкимов иҫкө алына


Алдағы шәмбе дәүләкән ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың хәтер кисәһе уҙасаҡ.

Йыл да үткәрелә килгән был сараға әҙиптең ҡәләмдәштәре, яҡындары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр килеүе көтөлә. Районда танылған яҙыусының исемен мәңгеләштереү маҡсатында дәүләкән ҡалаһының яңы урамдарының береһенә әҙиптең исеме бирелгән.

Тыуған ауылы Яңы-Йәнбәк мәктәбе лә уның исемен йөрөтә. Йәш быуынды яҙыусының изге аманаты рухында тәрбиәләүгә, ҡәләм тибрәтеүсе йәштәрҙең ҡанатын нығытыуға ҙур иғтибар бирелә районда.

XS
SM
MD
LG