Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан балеты Бангкокта


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы яңы ижад миҙгеле алдынан Таиландҡа “Музыка һәм бейеү сәнғәте” фестиваленә юлланасаҡ.

Яҡташтарыбыҙ был мәҙәни сараға Раймонда һәм Щелкунчик балетын алып бара. Был фестивалгә Өфө бейеүселәре икенсе тапҡыр саҡырыла. Бер нисә аҙнанан Бангкок ҡалаһында башланасаҡ фестивальгә артистар ҙур тулҡынланыу менән әҙерләнә.

Фестивальдә донъяның төрлө ҡитғаларынан танылған труппалар, билдәле бейеүселәр йыйыласаҡ. Башҡортостан артистары Таиланд тамашасылары иғтибарына ике балет тәҡдим итәсәк. Раймонда балетын республиканың билдәле балетмейстерҙары Елена Чернышева менән Шамил Тереғолов сәхнәләштерә. Уның премьераһы тап ошо фестивалдә уҙасаҡ та.
XS
SM
MD
LG