Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мәктәптәрдә Өфө тарихын өйрәнеү дәресе индерелә


Яңы уҡыу йылынан башҡала мәктәптәрендә яңы предмет - Өфө тарихын өйрәнеү дәресе индерелә. Әле 15 белем биреү йортонда был предмет мәктәп компоненты булараҡ уҡытыла башлаясаҡ.

Киләсәктә барлыҡ учреждениеларҙа ла башҡала тарихы өйрәнеү күҙаллана. Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов белдерә. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Оҙаҡламай ҡала советы депутаттары балалар баҡсаларының ғаилә формаһы төрөн индереү тураһында ла ҡарар ҡабул итәсәк.

Красноярскийҙың Эйрюнион альянсында авиация яғыулығына бәйле көрсөк арҡаһында ҡайһы бер уҡыусылар һәм студенттар беренсе сентябрҙе аэропорт биналарында ҡаршылауы ихтимал.
Өфө халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, әле унда 165 юлсы тәғәйен урындарына, атап әйткәндә Норилскийға оса алмай.

Өфө халыҡ ара аэропортының персоналға һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш эштәре буйынса социаль мәсьәләр буйынса директоры урынбаҫары Таһир Мөхәмәтшин әйтеүенсә, Красноярсикйҙан осҡостоң килеүен хатта Башҡортостандағы өлкә вәкиле Андрей Колесников та асыҡлай алмаған. Сәфәрҙәре өҙөлгән юлсылар билет хаҡын үҙ авиакампанияларынан мәхкәмә аша дәғүәләшеп алырға мәжбүр буласаҡ.

XS
SM
MD
LG