Accessibility links

Өфөлә сираттағы наркопритон ябылды


Ышаныс телефоны Өфөлә йәнә бер накопритонды ябырға ярҙам итте.

Ҡыҙыу линияға килгән шылтыратыу буйынса оператив хеҙмәткәрҙәр баш ҡаланың Софья Перовская урамындағы бер йортта йыш ҡына шикле кешеләрҙең йыйылыуы, улар килгән ваҡытта подьезда үҙенсәлекле еҫ таралыуы тураһында хәбәр итә. Адрес буйынса шунда уҡ наркополицияның оператив төркөмө оҙатыла. Хеҙмәткәрҙәр фатирҙа бер юлы 11 наркоманды ҡулға ала.

Быйыл асыҡланған иң ҙур наркопритон. Фатирға килеүселәрҙең дезоморфин тип аталған синтетик наркотикты ҡулланыуы асыҡлана. Тентеү барышында шприцтар һәм наркотикты эшләү өсөн ҡорамалдар ҙа табыла. Ҡулға алыныусылар араһында 4 гүзәл зат вәкиле лә бар. Уларҙың береһенең 3 айлыҡ сабыйы булыуы ла билдәле. Тупланған материалдарға таянып притон тотоусыға ҡарата Рәсәй енәйәт кодексының 232-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Уға 4 йылдан иркенән мәхрүм ителеү янай. Быйыл ғына наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 70 наркопритон асыҡланған, уларҙың 12-һе Өфөлә. Наркополиция әйтеүенсә, притондар буйынса мәғлүмәт күпселек өлөштә халыҡтан алына. Федераль хеҙмәт вәкилдәре киләсәк быуындың яҙмышына битараф булмаҫҡа саҡыра.
XS
SM
MD
LG