Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 15:46

Башҡортостан һайлауҙарға әҙерләнә


5 октябрҙә республиканың 54 районында урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау үтәсәк.

Унда бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов әйтеүенсә, күп кенә фирҡәләр үҙ кандидатарын әүҙем күрһәтә.

Һайлау көндө ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙе берләштереү буйынса референдум үткәреү ҙә ҡаралған. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 300 ауыл советы эрерәк муниципалитеттар менән берләшергә теләк белдерә. Был тәү сиратта “Урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы” ҡанунға бәйле. Ул 1 ғинуарҙан ғәмәлғә инә. Башҡортостанда 1 мең 19 муниципаль берәмек бар, шуларҙың 942-һе ауыл ерендә.

XS
SM
MD
LG