Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 05:55

Татар-Башҡорт ауылы халыҡара проекта ҡатнаша


Свердловски өлкәһендә Өфө йылғаһы буйында Урал тауҙарына һыйынып ултырған Өфө-Шөғөр тип аталған татар-башҡорт ауылы күптән инде донъяла билдәлелек алған.

Бында тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй. Улар донъя мәҙәниәттәре диалогына үҙҙәренең өлөшөн индерә. Ауылда халыҡара этник үҙәк асыласаҡ. Ошо уңайҙан бында ЮНЕСКО клубтары һәм үҙәктәре ассоциацияларының Бөтә Донъя һәм Азия-Тымыҡ океан федерацияһы башҡарма советы вәкилдәре килде.

Улар ауылдың иҫтәлекле урындары менән танышты. Һуңынан өлкәнең Түбәнге Сергин округы хакимиәте менән ЮНЕСКО клубтары ассоциациялары федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Федерация президенты Джордж Христофидис белдереүенсә, меморандум ике аралағы бәйләнештәргә, Милли мәҙәниәтте үҫтерергә этәргес бирергә тейеш. Свердловский өлкәһендә 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

XS
SM
MD
LG