Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Шура ҡарары бар, әммә урам атамаһын һаман үҙгәртмәйҙәр


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто, Башҡорт дәүләт университеты һәм башҡа биналар алтаҡталарын алмаштыра башлаясаҡ.

Өфө ҡалаһы шураһы депутаттары Фрунзе урамының атамаһын башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлидигә алмаштырыу тураһында ҡарар итеүгә инде 2 ай үтте. Әммә алтаҡталар алмаштырыуға һаман да бер кем тотмаған. Өфө ҡалаһы башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов әйтеүенсә, әгәр ҡала шураһы ҡарары бар икән, тимәк иртәме-һуңмы адрестар һәм яҙмалар Фрунзенан Вәлидигә үҙгәртелергә тейеш.

Иҫке яңы был урам Киров районы биләмәләрендә урынлашҡан. Йәғни атамаларҙы алыштырыу йөгө уның башлығы Юлай Ильясов иңенә төшә. Киров районы хакимиәтенә яңы ҡына тәғәйенләнгән Юлай Ильясов әлегә барыһы ла үҙгәрешһеҙ, һаман да Фрунзе урамы булып ҡала бирә. Сөнки атамаларҙы башҡарыу өсөн ҡала ҡаҙнаһы сығымдар ҡарамаған.
XS
SM
MD
LG