Accessibility links

Кайнар хәбәр

40 йыл эшләгәнгә 130 һум


Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышы 18-се сентябрҙә үтәсәк.

Уның көн тәртибе бөгөн Президиум ултырышында раҫланды. Көҙгө сессияла социаль йүнәлештәге Бер-нисә ҡанун проекты ҡараласаҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре депутаттар “Республиканың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһындағы” законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. План буйынса, республикала оҙайлы хеҙмәт стажына эйә пенсионерҙарға хеҙмәт ветераны исемен биреү ҡаралған. Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар кәмендә 35 йыл, ир-ат кәмендә 40 йыл эшләргә тейеш. Был статусҡа эйә ветерандарға ай һайын 130 һум өҫтәмә пенсия түләнәсәк, башҡа ташламалар тураһында әлегә әйтелмәгән.

Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай ҡарамағына тапшырылған тағы ла бер проект – күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Республика Хөкүмәте биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә фатир сертификаттарын тапшырырға ҡарар итте. Фатир сертификаты бер ярым - ике миллион һумға баһалана һәм фатир һатып алыу өсөн тәғәйенләнә. Документта әйтелеүенсә, уны алыр өсөн ғәиләләге балаларҙың бишеһенә лә 18 йәш тулмаған булырға тейеш. Әле Башҡортостанда ошо категорияға тап килгән 400 ғаилә бар. Әммә Хөкүмәт Премьер министры әйтеүенсә, фатир сертификаттары балаларына яҡшы тәрбиә биреүсе ғаиләләргә генә тапшырыласаҡ.
XS
SM
MD
LG