Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Мәскәү ҡалаһы көндәре үтәсәк


Премьер-министр урынбаҫары Илдус Илешев билдәләүенсә, Мәскәү ҡунаҡтарын республиканың Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары ла ҡабул итәсәк.

Был төбәктәрҙә илебеҙ баш ҡалаһынан килгән сәнғәт оҫталарының сығыш яһауы көтөлә. Ә Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында Мәскәү делегацияһын шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы һәм машиналар эшләү тармағы мөмкинлектәре менән таныштырыу күҙаллана.

Республика хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев Башҡортостанда Мәскәү көндәрен уҙғарған мәлдә республиканың машиналар эшләү тармағын күрһәтеү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, был күләмле сара дауамында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк, тип билдәләне.

Башҡортостанды Мәскәү ҡалаһы менән яҡындан таныштырырға баш ҡала мэры Юрий Лужковтың да килеүе көтөлә. Республика президенты менән эшлекле осрашыуҙарҙан һуң улар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында Мәскәү ҡалаһы көндәренә арналған рәсми кисәлә лә ҡатнашасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәү ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған яугирҙәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Мәскәү ҡалаһы көндәре сиктәрендә баш ҡаланы обороналауҙа ҡатнашыусы ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһын да уҙғарыу ҡарала.
XS
SM
MD
LG