Accessibility links

Кайнар хәбәр

Яңауылдар түләмә, республикала халҡы бәшмәктән ағыулана


Яңауыл районында күпләп кешенең түләмә менән ауырыу факты буйынса Рәсәй прокуртураһы ҡарамағындағы тикшереү идаралығының Нефтекама районара тикшереү бүлеге енәйәт эше ҡуҙғатты.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 11 кешенең түләмә менән ауырыу осрағы теркәлгән. Уларҙың барыһы ла дауаханаға һалынған. Быйыл 8 ай эсендә республикала бәшмәк менән ағыуланған 18 кешегә тиҙ ярҙам күрһәтелгән. 2 кеше реанимацияға эләккән. Уларҙың береһе 4-се сентябрҙә дауаханала вафат була.

Уның ҡатынының хәлен табиптар үтә ауыр тип белдерә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы белгесе Земфира Дәүләтшина әйтеүенсә, ҡышҡылыҡҡа тоҙланған бәшмәктәр менән дә ағыуланыу осраҡтары ла даими теркәлә тора. Шуға күрә белгестәр бәшмәк яратыусыларҙы айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенән хәбәр итеүҙәрнесә, ошо көндәрҙә 20-ләп Кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Улар бәшмәкте урманда үҙҙәре йыйған, бер осраҡта ағыуланыусы уны урамда һатып алған. Бәшмәк йыйыу серҙәрен 20 йылдан ашыу белгән бер кеше иһә үҙе йыйған ризыҡтан ағыуланып вафат булған. Ул бәшмәкте Иглин районы биләмәләрендә йыйған.
XS
SM
MD
LG