Accessibility links

Кайнар хәбәр

Талха Ғиниәтуллин “Сәйер кеше яҙмаларын” кемгә бүләк итергә йыйына?


Республика президенты указы менән быйыл Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премиялар Станислав Куняевҡа һәм Талха Ғиниәтуллинға тапшырыласаҡ.

Талха Ғиниәтуллин әйтеүенсә, юғары бүләк менән бүләкләнеү яҙыусының күп йыллыҡ ижадына ҙур баһа. Әҙип үҙ сиратында хикәйә - повестарын башҡорт теленә тәржемә итеүҙәге ҙур ярҙамы өсөн Әмир Әминевҡа рәхмәт белдерә.

Талха Йомабай улы әле Учалыла, Ураҙ ауылындағы йортонда йәшәй. Автор һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо көндәрҙә ул яңы повесын тамамлаған. “Сәйер кеше яҙмалары” тип аталған повестә уның тормошҡа, донъяға ҡараштары сағыла.
XS
SM
MD
LG