Accessibility links

Кайнар хәбәр

Хәшим Мостаевҡа 90 йәш


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ветераны, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстер-консультанты Хәшим Фәтих улы Мостаев 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, башҡорт балеты ветераны Хәшим Фәтих улы Мостаевтың юбилей кисәһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тамаша залында үтте. Байрамға юбилярҙың яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килгәйне.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзиә Нәсибуллина Хәшим Мостаевтың тәүге уҡыусыһы. Тормошоноң 70 йылын ул башҡорт хореографияһына бағышлап, уның үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ошо дәүер эсендә бер нисә быуын бйеүселәр тәрбиәләп, ул асҡан талант эйәләре тамашасыларҙы үҙ ижады менән ҡыуандыра.

Ижад кисәһенә килеүселәр Мостаевтың ижады менән һоҡланыуын йәшермәй
Хәшим Мостаев балетмейстер, хореограф ҡына түгел, ул ижад менән дә етди шөғөлләнә. Юбилей кисәһендә ижад емештәренең береһе – “Шоңҡар” тип исемләнгән романының исем туйы ла үтте. Был китап балетмейстерҙың йылдар буйына йыйылып килгән илһамы, ижад тупланмаһы.

Тантана Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Республика артистары ҡатнашлығында ҙур концерт менән тамамланды. “Миңә әле 90 ғына, эшләнәһе эштәр алда әле”, ти юбиляр.
XS
SM
MD
LG