Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 11:44

Башҡортостанда ауыл биләмәләре һаны эреләтеү аша кәметеләсәк


Был маҡсатта 5-се октябрҙә ауылдарҙа референдумдар уҙғарыласаҡ.

Әле республикала 1019 муниципаль берәмек бар. Уларҙың һанын 750-800-гә ҡалдырыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Уның асылы ваҡ, үҙ-үҙен финанслай алмаған ауыл биләмәләрен ҡеүәтлерәк һәм үҫеш мөмкинлеге булғандарға ҡушыуға ҡайтып ҡала.

Был фәнни телдә Оптимизациялау принцибы тип атала. Тик эреләткәндә барлыҡ үҙенсәлектәр, урындағы халыҡтың теләген иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ. Уның өсөн 5-се октябрҙәге муниципаль һайлауҙар менән бергә урындарҙа халыҡ ихтыяры белешенәсәк.

XS
SM
MD
LG