Accessibility links

Кайнар хәбәр

Инвестиция форумы йомғаҡтары


Сочи ҡалаһында халыҡара иҡтисади форум тамамланды.

Унда донъяның 60-тан ашыу иле ҡатнашҡан. Башҡортостан делегацияһына форумда Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселек итте. 7-се халыҡара инвестиция форумының төп маҡсаты Рәсәй иҡтисадының отошло йүнәлештәренә инвесторҙар йәлеп итеү ине. Форумда дөйөм хаҡы 27 миллиард евролыҡ 2 меңгә яҡын инвестиция проекты тәҡдим ителде.

Әлбиттә, улар араһынан инвесторҙар тәү сиратта финанс-иҡтисади күҙлектән ныҡлы уйланылған һәм эш майҙаны билдәләнгән проекттарға өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән Башҡортостан вәкилдәре тәҡдим иткән инвестиция проекты эксперттар тарафынан юғары баһаланды. Һүҙ республиканың башҡалаһы Өфөнөң комплекслы үҫеше тураһында бара.

Раил Сарбаев әйтеүенсә, яңы проект башҡалала көнсығыштан көнбайышҡа юлдар һалыу, торлаҡ төҙөү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, инженер коммуникациялары һуҙыуҙы күҙаллай.
XS
SM
MD
LG