Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 12:44

“Салауат Юлаев” көйәрмәндәре Мортаза Рәхимовты яҡлай


“Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барс” араһындағы хоккейҙы ҡарарға килеүселәрҙе ҡыҙыҡлы күренеш хайран ҡалдырҙы.

Башҡортостан гимны уйнай башлау менән залда республика президентын яҡлаған лозунгылар хасил булды. Башҡортостанды йәберләүгә юл ҡуймайбыҙ, беҙ Мортаза Рәхимов яҡлы һәм башҡа ошондай фекерҙәр яҙылғайны унда. Был “Салауат Юлаев” көйәрмәндәренең Рәсәй матбуғатында һәм телевидениела республикаға ҡаршы ҡара пиарға яуабы булды.

Клубтың матбуғат хеҙмәте көйәрмәндәрҙең был үҙ башланғысы, лозунгыларға ҡыҫылышыбыҙ юҡ тип хәбәр итте.

Уйынға килгәндә, “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барс” араһындағы һәр матч кеүек ҡыҙыҡ һәм көсөргәнешле булды ул. Нефтехимиктан еңелгәндән һуң татар күршеләргә бирешергә теләмәне Өфө хоккейсылары. Иҫәп 4 - 2 “Салауат Юлаев” файҙаһына.

XS
SM
MD
LG