Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөгә 435 йыл тулыу уңайынан бүләк


Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 435 йыл тулыуҙы билдәләү символикаһына конкурс иғлан ителде.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Байрам символикаһы Өфө ҡалаһының тарихи, милли һәм тәбиғи үҙенсәлектәрен, рухи-мәҙәни, иҡтисади ҡаҙаныштарын сағылдырырға тейеш. Символика рус һәм башҡорт телдәрендәге яҙыуҙарҙан, башҡала йөҙөн һынландырған һүрәттәрҙән тороуы мөмкин.

Ижади эштәрҙе Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә ебәрергә кәрәк. Иң уңышлы эштәр авторҙарын Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 435 йыллығын билдәләү байрамында ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Проекттар 15-се декабргә тиклем ҡабул ителә.
XS
SM
MD
LG