Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 08:45

Референдумдан һуң Башҡортостанда ауыл шуралары ҡыҫҡарачак


Башҡортостанда меңдән ашыу муниципаль берәмек, йәғни ауыл шуралары иҫәпләнә.

252 мунициапль берәмектә йәшәүсе халыҡтың һаны меңдән артмай. Был ауыл биләмәләренең үҙ килеме йылына 100 мең һумдан да күп түгел, шул уҡ ваҡытта урындағы биләмә аппаратын тотоу өсөн генә лә 1 миллион тирәһе аҡса талап ителә.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов билдәләүенсә, 131-се “Урындағы үҙидаралыҡтың дөйөм принциптары” тураһындағы ҡанунға ярашлы, киләһе йылдың беренсе ғинуарынан ауыл биләмәләре үҙ-үҙен финанслай башларға тейеш.

Башҡортостандың муниципаль берәмектәр ассоциацияһы шураһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов та ауыл шураларын ҡушыу тураһында халыҡ ихтыярының ыңғай булыуына өөтм итә. Алдағы йәкшәмбеләге референдумдан һуң республикала 129 ауыл хакимиәтенең берләшеүе ихтимал.

XS
SM
MD
LG