Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 03:17

Янғын сәбәптәре билдәле түгел


Республика президенты хоҡуҡ һаҡлау органдарына Йоматау аграр техникумы ятағындағы янғын сәбәптәрен асыҡларға, урындағы хакимиәттәргә ятаҡта йәшәүселәрҙе икенсе урынға күсереү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә премьер-министр әйтеүенсә, әлегә янғын сәбәптәре билдәле түгел, әммә барлыҡ мәсьәләләрҙе лә тиҙ арала хәл итергә кәрәк.

“Студенттарға, уларҙың яҡындарына һәм туғандарына, уҡытыусыларға табиптар һәм психологтар ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф министрлыҡтарына быға айырыуса иғтибар итергә кәрәк”, тине хөкүмәт премьер-министры. Раил Сарбаев белдереүенсә, шаршамбы студенттарҙың ата- әсәләре менән йыйылыш үткәреләсәк.

Техникумда уҡыусыларҙың барыһы ла йәшәгән урындарына яҡын урынлашҡан уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итәсәк. “Һәр кем һайлаған һөнәре буйынса белем алырға тейеш”, тигән Раил Сарбаев.

XS
SM
MD
LG