Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 00:56

Республика эске эштәр министры эшенән ките


Ил башлығы Дмитрий Медведев ошо турала бойроғон имзалаған.

Рәсми белдереү буйынса, генерал Рафаэль Диваев 2 аҙна элек ғариза биргән. Уның эш стажы ла тулған, пенсияға китер мәле лә еткән. Был турала барыһы ла һөлләһә лә, әлегә тиклем рәсми иғлан ителмәгәйне. Бөгөн Республика эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Руслан Шәрәфетдинов был турала рәсми белдерҙе. Бында бер ниндәй ҙә сәйәси уйындар юҡ, Рафаэл Үзбәк улы хаҡлы ялға китте тине ул.

Рафаэль Диваев эске эштәр министры вазифаһын 12 йыл биләне. Әлегә уны урынбаҫары Артур Әхмәтханов алмаштырған.

XS
SM
MD
LG