Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 15:10

Өфөлә киноға бәйле мәсьәләләр тикшерелә


Өфөлә “Илдә милли кино сәнғәтен ойоштороу һәм прокат мәсьәләләре” буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы бара.

Форумда төрлө өлкә һәм республикаларҙан йыйылған кино сәнғәте хеҙмәткәрҙәре, прокат ойоштороу белгестәре тармаҡ мәсьәләрен хәл итеү юлдарын эҙләй һәм тәжрибә менән уртаҡлаша. Конференция барышында шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан һәм Яҡут-Саха республикалары кинематографистары төшөргән яңы фильмдар тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Форум барышында кино сәнғәте хеҙмәткәрҙәре уртаҡ проблемаларҙы асыҡланы.

Сығыш яһаусылар бигерәк тә бәләкәй ҡала, ҡасаба һәм ауылдарҙың кино күрһәтеү селтәренән ситтә тороп ҡалыуына борсолоу белдерҙе. Әлеге ваҡытта Рәсәй халҡының 80 проценты заманса кино театрҙарҙа фильмдар ҡарауҙан мәхрүм. Киләсәктә Башҡортостанда ҙур мегаполистар һәм бәләкәй ҡалалар араһындағы был айырмалыҡты бөтөрөү буйынса эште әүҙемләштереү мөһим, ти “Башкиновидеопрокаттың” генераль директоры Кинйә Күскилдин форумда ҡатнашыусы Рәсәй федерацияһы мәҙәниәт минстрлығының кинематография департаменты етәксеһе урынбаҫары Игорь Каллистов әйтеүенсә, 2009 йылдан кино сәнғәте тармағын финанслауҙа етди үҙгәрештәр көтә.

Хәҙер фильмдар төшөрөү өсөн федераль бюджеттан 2 миллиард һум аҡса күсереләсәк.Был сумманан аҡса алып фильм төшөрөр өсөн киностудиялар үҙ проекттары менән конкурста ҡатнашырға, шулай уҡ дәүләт ҡуйған ҡайһы бер талаптарҙы үтәргә бурыслы. Конференцияла ҡатнашыусы Башҡортостан, Татарстан һәм Яҡутстан киноматографистары коллегаларына һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән фильмдарын һәм анимация эштәрен күрһәтәсәк. Был өлкәлә яҡуттарҙың уңышы ҙур уларҙың киләһе йыл рәсәй прокатына “Сыңғыҙ хандың сере” фильмы сыға. Нәфис фильмдәге төп рольдәрҙең береһен Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарған.

10 миллион доллар бюджеты булған был фильм тамашасы иғтибарын йәлеп итер тигән ышаныста белгестәр Яҡут вәкиле Владимир Иванов. Киләсәктә кино прокатында ла ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Фильмды төшөрөүселәр һәм был тармаҡта хеҙмәт итеүселәр килемдән берҙәй үк табыш алһын өсөн билет һатыу, ильм прокатын контрольдә тотоуҙа заманса алымдар менән башҡарыласаҡ.

XS
SM
MD
LG