Accessibility links

Кайнар хәбәр

Нефть ширҡәтендә янғын


Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексына ҡараған ширҡәттә янғын.

Һәләк булыусылар юҡ, зыян тураһында тулы мәғлүмәт ошо көндәрҙә генә иғлан ителәсәк. Янғын тураһында хәбәр алынғас та ҡотҡарыусылар фажиғә урынына ашыға. Улар 3 минутта килеп етә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы үткәргән күнекмәләр сценарийы был.

Янғын һүндереү көстәре менән идара итеү үҙәге етәксеһе Рәис Әхмәтов әйтеүенсә, күләмле күнекмәләр был структураларҙың әҙерлек кимәлен һәм яғыулыҡ-энергетика комплексына ҡараған объекттарҙа ғәҙәттән тыш хәл осрағын сикләү юлдары һәм алымдарын билдәләү маҡсатында ойошторола. Берҙәм һәм яйға һалынған эш һөҙөмтәһендә янғын тиҙ арала һүндерелә һәм ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре өйрәнелә.
XS
SM
MD
LG