Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 08:51

Хеҙмәткә саҡырылыусының хоҡуҡи аҙналығы акцияһы бара


Ул хәрби хеҙмәткә бармай ҡасып йөрөүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Республика хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, 31-се октябргә тиклем хәрби комиссариатҡа барыусылар ҡаты язаға тарттырылмай, уларға бары административ иҫкәртеү генә яһала. Һуңынан инде һалдат кейеме кейәсәктәр.

Хәрби комиссариат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әле Өфөлә 250 егет хәри хеҙмәттән ҡасып йөрөй. Нефтекама ҡалаһында 40, Туймазыла 30-ҙан ашыу кеше хеҙмәтитергә теләмәй.

Хәрб хеҙмәткә барыуҙан тайпылған өсөн айырым статья ҡаралған.

XS
SM
MD
LG