Accessibility links

Кайнар хәбәр

Муниципаль райондарҙа ойоштороу мәсьәләләренә арналған ултырыштар үтә


Икенсе саҡырылыш шуралар 5-се октябрҙәге муниципаль һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса төҙөлдө.

Урындағы үҙидаралыҡтың дөйөм принциптары тураһындағы федераль ҡанунға ярашлы, ултырыштарҙа шура рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары, президиум һәм даими комиссиялар һайлана. Бынан тыш муниципаль район хакимиәте башлығын вазифаһын йөкмәтеү, район башлығы вазифаһына конкурстар уҙғарыу, улар менән контрактҡа бәйле һәм башҡа ҡарарҙар ҡабул ителә.

Мәғлүм булыуынса, 5-се октябрҙә республиканың барлыҡ муниципаль райондарында урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайланды. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, унда электораттың 92 проценты самаһы ҡатнашты. Һайланған депутаттарҙың 92 ярым проценты, йәғни 893 кеше берҙәм Рәсәй фирҡәһе ағзалары, 7 депутат коммунистар партияһынан, либерал-демократик фирҡәнән ике кеше үткән. Тағы 62 депутат бер фирҡә ҡараштарын да уртаҡлашмай, кандидатураларын үҙҙәре күрһәткән

Балтас районы шураһының тәүге ултырышында Фирдинант Арыҫланов муниципаль район советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫары итеп депутаттар Сәрүәретдиновты, ә совет сәркәтибе вазифаһына Рәсих Аҡбиревты билдәләне.

3-сө декабрҙә Балтас районы хакиәте башлығы вазифаһына конкурс үтәсәк. Әлегә тиклем был вазифаны башҡарыуҙы депутаттар Рәфил Ғәлләмовҡа йөкмәтте.

Хәйбулла районында Шура рәйесе тип Борис Павлов, ә урынбаҫары тип Азамат Юнысов һайланды. Даими комиссиялар етәкселәре билдәләнде. Район хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыу буйынса конкурс үткәреүгә бәйле, совет был вазифаны конкурсҡа тиклем райондың ғәмәлдәге башлығы Ринат Бикбовҡа йөкмәтте.

XS
SM
MD
LG