Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рәхимов халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы


Был байрам тәрән тарихи тамырҙарға эйә.

Беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының татыулығын һәм ватансылығын, ябай булмаған, йыш ҡына ауыр һынауҙар аша үтеп Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған бөтә быуындарҙы иҫкә алабыҙ, тәрән ихтирам белдерәбеҙ тип белдерә Республика етәксеһе.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө тарихын Рәсәйҙә йәшәүселәр яҡшы белә. Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, календарҙағы Ҡыҙыл дата ябай байрам булып ҡалырға тейеш түгел. Күптәр был байрамды туғандары, яҡындары менән үткәрергә ниәтләй.

Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында 7-се ноябрҙе генә һанға һуғыусылар ҙа күп. 1917-се йылдағы октябрь түңкәрелеше көнөн ватандаштар һаман да онотмай.

XS
SM
MD
LG