Accessibility links

Кайнар хәбәр

Татарстан башҡортары ҡор уҙғара


Татартсанда йәшәүсе башҡорттар ҡоролтайына 10 йыл.

Ошо уңайҙан Башҡортостан делегацияһы Ҡазанға китте. Тик делегация составында билдәле шәхестәр күренмәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ябай бер хеҙмәткәрен командировкаланы, хөкүмәт тә бер бүлектең бер хеҙмәткәрен вәкил итеп ебрҙе, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ла ошонан уҙманы. Йәғни Ҡазанға барып күңел асыусылар һаны күп түгел.

Урындағы Ҡоролтайҙың кес кенә юбилейын урындағы башҡорттар уҙғара. Башҡортостандан исемле делегация бармауының сәбәбе төрлөсә булыуы ихтимал. Фирҙәүес Бәширова етәкселегендәге милли хәрәкәт башлыса ҡағыҙҙа ҡала. Эшләгән эштәре күргәҙмә һәм сәйәхәттәргә ҡайтып ҡала. Саллы ҡалаһында мең этлек менән асылған башҡорт мәктәбе эшмәкәрлеген дә аяҡҡа баҫтыра алмайҙар. Шуғалыр бәлки Башҡортостан делегацияһы ҙурҙан түгелдер.
XS
SM
MD
LG