Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:03

“Нерпа” һәләкәтендә Башҡортостан егете ғәйеплеме?


Нерпа һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәтте тикшереүсе тәфтишселәр гонаһ тәкәһен тапты.

Улар контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, Башҡортостандан сыҡҡан Дмитрий Гробов был фажиғәлә ғәйепле тип тапҡан. Дмитрий Гробов Ҡариҙел районында тыуған, хәрби хеҙмәткә үҙе теләп китә һәм һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә.

Хеҙмәт ваҡыты тулғас контракт төҙөй. Хәҙер уға 24 йәш. Тәфтишселәр имеш шаһиттарҙан һорау ала торрғас янғын һүндереү системаһын ул эшкә ебәргән, фреонды ул сығарған тип белдергән. Дмитрий Гробов әле ҡулға алынған. Шул уҡ ваҡытты Рәсәй йәмәғәтселек палатаһы тәфтишселәрҙең ғәйеплене тиҙ Арала табыуын шик аҫтына алды.

Белгестәр әйтеүенсә, янғын һүндереү системаһына өлкән офицерҙар ғына рөхсәтле. Контракт буйынса диңгеүсенең үҙаллы уны эшкә ҡушыуы мөмкин түгел. Дмитрий Гробовҡа тағылған төп ғәйеп тә ябайыраҡ әйткәндә бик сәйер. Ни өсөн башҡалар газдан ағыуланып үлгәнә ул тере ҡалған, противогаз кейгән. Тимәк субмариналағы 200-ҙән ашыу кешенең тере ҡалған 180-е барыһы ла тере ҡалғандары өсөн генә ғәйепле булып сыға түгелме.

XS
SM
MD
LG