Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 17:39

Рафаил Диваев - яңы вице-премьер


Республика президенты указы менән Диваев Рафаил Үзбәк улы хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйендәнде.

Рафаил Диваев 1950-се йылда Ауырғазы районында тыуған. Рафаил Үзбәк улының хеҙмәт юлы эске эштәр органдары менән тығыҙ бәйләнгән. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе ул республика буйынса эске эштәр министры булып эшләне. “Башполитру” сәхифәһе яҙыуынса, был тәғәйенләү именлек шураһы секретары Александр Шабрин позицияларын тулыһынса ҡаҡшатты.

Диваев был вазифаға осраҡлы ғына тәғәйенләнмәгән. Ул бик күп белә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген көйләүҙә республикаға аныҡ файҙа килтерә ала. Сәхифә яҙыуынса, тиҙҙән конституция мәхкәмәһе рәйесе Илдус Әҙеһәмовтың вазифаһынан китеүе ихтимал. Республикалағы рәсми киң мәғлүмәт саралары тәғәйенләүҙәр буйынса аңлатмалар бирмәй.

XS
SM
MD
LG