Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 02:22

Араҡы эскән- мейеһен юғалтҡан


Мәскәү - Силәбе йүнәлешендәге поезда Башҡортостандан бер кеше үҙ-үҙе менән һуғышҡан.

Артығыраҡ ҡырын тейәп ташлаған 33 йәшлек ир тамбурға тәмәке тартырға сыҡҡанда быялала үҙенең сағылышын күрә. Ныҡ иҫерек булғанмы, үҙен танымай, үҙ ҡиәфәтен юлсыһы тип аңлай. Ул ғына ла түгел, күләгә-юлсы уны ҡыйнарға маташа тип мейеһенә һеңә.

Иң яҡшы һаҡланыу - ул беренсе булып һөжүм итеү төшөнсәһе был ир өсөн дә ят булмай. Ул быяла аша сағылған һүрәте менән йоҙроҡ ярҙамында аңлашырға булла. Һөҙөмтә тамбур тәҙрәһе ватыла, ир бармаҡ-ҡулдарын быяла ярсығына ҡырҡа. Ғөмүмән, пассажир поездарында араҡы-һыра һемереү кәмемәй.

XS
SM
MD
LG