Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыласаҡ


Өфөлә тәүге тапҡыр профессиональ рәссамға һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Республика рәссамдар берлеге мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрылыҡтары менән берлектә Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың һәйкәле проектына конкурс иғлан итте.

Еңеүсе проект авторы һәйкәл эшләүгә киләһе йыл тотонасаҡ. Башҡортостанда рәссамдар араһында оло шәхестең һәйкәлен эшләргә теләүселәр күп, бәйгелә архитекторҙар ҙа ҡатнаша. Һәйкәл иһә Өфө сәнғәт училищеһы эргәһен биҙәйәсәк.
XS
SM
MD
LG