Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 13:47

Балалар һаулығы борсолоу тыуҙыра


Мәктәптәрҙә бала һаулығын тикшереүсе медицина пункттарын арттырыу мотлаҡ.

Был мәсьәләне Республика Хөкүмәте етди күҙәтеүгә алды. Республика мәктәптәренең дүрттән бер өлөшөндә генә медицина кабинеттары эшләй. Ауылдарҙа иһә был күрһәткес тағы ла кәмерәк. Сөнки, ҡағиҙә буйынса, балалар һаны 1200-ҙән ашҡан мәктәптәрҙә генә педиатр эшләй. Ә 600-ҙән ашыу уҡыусыға 1 шәфҡәт туташы тура килергә тейеш. Икенсенән, мәктәптә эшләгән медицина хеҙмәткәренең эш хаҡы түбән, улар ташламалар менән дә ҡулланмай. Һөҙөмтәлә, мәктәпкә медик тәғәйенләү тағы ла ҡатмарлаша.

Был мәсьәләне хәл итеү һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтелгән. Ә уҡыусылар һаулығы йылдан-йыл насарая бара. Статистика буйынса, һуңғы өс йыл эсендә генә уҡыусылар араһында нерв системаһы ҡаҡшаған осраҡтар 20 процентҡа, тын юлы ауырыуҙары 10, ә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары 3 процентҡа артҡан.

XS
SM
MD
LG