Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 00:18

Ялған террорсылар дауахананан сирлеләрҙе эвакуацияларға мәжбүр иткән


Шартлатҡыстар һалыныуы тураһында ялған мәғлүмәттәр биреү бер мәлдә туҡтап ҡалһа, хәҙер йәнә ишетелә башланы.

Учалы районында ике көн рәттән ошондай шылтыратыу булған. Тәүге көндә бер бала ҡала дауаханаһының баш табибына шылтыратып уның бүлмәһенә шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә. Тикшерәләр, бомба табылмай. Икенсе көнөнә эске эштәр идаралығына билдәһеҙ бер кеше ошо уҡ дауханаға шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә.

Хоҡуҡ һаҡлау оргарндары хеҙмәткәрҙәре 500 ауырыуҙы эвакуациялай, бинаны ентекле тикшерә, унда шартлатҡыс булмай. Ялған террорсы әлегә тотолмаған, әгәр асыҡланһа, бындай шылтыратыуҙар өсөн енәйәт кодексында бер-нисә йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

XS
SM
MD
LG