Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 02:05

Үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар кәмемәй


Был юлы 10-сы класта уҡыған бер ҡыҙ Ағиҙел аша күперҙән һикереп батып үлергә уйлай.

Тик ул һыуға түгел, яр ситенә төшә. Ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға һалынған. Уның үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләүе сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Был ҡыҙ менән психологтар эшләй.

Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратының Ислам университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә дини кадрҙарҙы, ғалимдарҙы әҙерләү буйынса махсус программа төҙөү өҫтөндә эш алып бара. Был мәсьәлә Өфөлә барған Исламдың рухи ҡиммәттәре тигән халыҡ-ара ғилми конференция барышында ла ҡаралды.

Был йыйын бөгөн үтте. Ислам университеты ректоры Ринат Раев әйтеүенсә, ошондай уҡ программалар башҡа юғары уҡыу йорттары нигеҙендә лә ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә ошо юҫыҡта алып барылған уҡытыу эшен федераль стандарт рәүешенә килтереү өҫтөндә лә эшләйәсәктәр.

XS
SM
MD
LG