Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 13:21

Хаж ҡылыусылар ҡайта башланы


Хажға барыу - арзан сәйәхәт түгел. Мөъмин мосолмандарға ул 90 мең һумға төшә.

Шуға ҡарамаҫтан, изге сәфәрҙән ҡайтыусылар ҡыуанысын йәшермәй. Хажиҙар әйтеүенсә, изге урындарға барыу еңелгә төшмәгән. Әммә ауырлыҡтар бер кемде лә ҡурҡытмаған.

Ҡағиҙә булараҡ, илдә йәшәүсе мең мосолмандың береһе хажға юллана ала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә 20 миллион мосолман йәшәй. Рәсми рәүештә, Рәсәй мосолмандары 20 меңлек квотаға дәғүә итә. Тағы ла 5 мең урын махсус килешеү буйынса бүленгән.

Был ил халҡының оҙаҡ йылдар хажға йөрөмәүенә бәйле. Заманында мосолмандар хаж ҡылырға йәйәүләп, аттар һәм дөйәләр менән, шулай уҡ диңгеҙ юлы менән дә йөрөгән. Әммә изге ғәмәлдең һауабы транспорт төрҙәре етеҙ үҫешкән беҙҙең көндәрҙә лә кәмемәй.

XS
SM
MD
LG