Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 00:54

“Күк бүре” ойошмаһы башҡорт халҡына мөрәжәғәт итте. Ул "Татарҙар менән мөнәсәбәттәрҙең һалҡынайыуын туҡтатырға ваҡыт" тип атала.

“Күк бүре” ойошмаһы ағзағы Тимур Лоҡманов “Азатлыҡ” радиоһы хәбәрсеһенә был мөрәжәғәт буйынса аңлатма бирҙе.

"Татарҙар менән мөнәсәбәттәрҙең һалҡынайыуын туҡтатырға ваҡыт" тип аталаған мөрәжәғәттә билдәләнеүенсә, башҡорт һәм татар берҙәмлеге яңы Рәсәйнең моделенә нигеҙ һаласаҡ.

Рәсәйҙең киләсәге империя экспансияһына ҡайтыуҙа ла, халыҡтарҙы яулау һәм баҫып алыуҙа ла түгел. Рәсәй ҡулында әле реаль мөмкинлек бар – киләсәктәге донъя ҡоролошоноң, һәр төрлө диктат һәм көс ҡулланыуҙан азат булған, тиң хоҡуҡлы халыҡтар һәм цивилизацияларҙың татыу йәшәйешенә ҡоролған йәмғиәттең тәү башлаусыһы һәм катализаторы булыу.

Ә Татарстан менән Башҡортостан араһындағы барлыҡ бәйләнештәрҙе тергеҙеү, нығытыу һәм һаҡлау ошо юлдағы ҙур аҙымдарҙың береһе буласаҡ, тиелә унда.

XS
SM
MD
LG