Accessibility links

Кайнар хәбәр

Татарҙар менән мөнәсәбәттәрҙең һалҡынайыуын туҡтатырға ваҡыт


«Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең башҡорт халҡына мөрәжәғәте

Моғайын, үҙ туғандары араһында аңлау тапмаған, һүҙгә килешкән саҡта һәр кешенең күңеле әрнейҙер. Беҙ, кешеләр, барыбыҙ ҙа шулай яралтылған - һәр ваҡыт яҡындарыбыҙ таянысына мохтажбыҙ, туғандар менән арабыҙҙың гел дә татыу булыуын теләйбеҙ.

Халыҡтар – шул уҡ кешеләр кеүек. Улар ҙа ғаилә-ғаилә булып йәшәй, ә инде ҡәрҙәш ғаиләләр араһында аңлайышһыҙлыҡ тыуһа, был ғаиләләрҙең һәр бер ағзаһы ихлас һыҙлана, өҙгөләнә, элекке татыулыҡты ҡайтарырға тырыша, туғандары менән араларҙың тулыһынса һыуыныуына хәленән килгәнсе ҡаршылаша.

Татар менән башҡорт халыҡтары һәр ваҡыт үҙҙәрен ҡан ҡәрҙәштәр, игеҙәк-уландар һананы. Тарихта һәр береһенең үҙ юлы булды, ләкин улар ҡәрҙәшлеген онотманы. Татарҙар менән башҡорттар кинәнеп тәржемәсеһеҙ аралаша, бер үк йырҙар йырлай, бер үк динде тота. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ХХ быуатта татарҙар күп тапҡыр – башҡорттарға, башҡорттар иһә – татарҙарға ярҙам итте. Был ярҙам республикаларҙың бер-береһенән өлгө алып үҫешендә, шулай уҡ эшкә урынлашыуҙа, торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙә, белем алыуҙа, медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителеүҙә, ҡала пропискаһын алыуҙа, карьера буйынса үҫеүҙә һәм бихисап башҡа көнитмеш мәсьәләләрҙә сағыла ине.

ХХ быуатта башҡорттар ҡалаларҙы татарҙарҙан күпкә һуңыраҡ яулай башланы. Ҡалаға күскән башҡорттарға ауырға тура килде, сөнки өр-яңыса йәшәргә өйрәнергә кәрәк ине. Ләкин ҡала мөхитендә улар ҡан ҡәрҙәштәре татарҙарҙы осратмаһа, был ауырлыҡтар тағы ла күберәк булыр ине. Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең ҡалаларында йәшәүсе татарҙар яңы килгән башҡорттарға, яҡташтарылай һанап, йылы, яғымлы ҡараны. Ҡала балалар баҡсаларындағы рус балалары араһында үҙҙәрен яңғыҙ тойған башҡорт балаларын унда эшләүсе татар милләтле апайҙар үҙ туғанылай күреп ҡурсаланы, башҡаларҙан рәнйететтермәне. Ҡала поликлиникаларында эшләүсе татар шәфҡәт туташтары ярҙамға мохтаж башҡорт ғаиләләренә кәрәкле табипҡа юллама алырға, дефицитлы дарыуҙар табырға ярҙам итә торғайны. Татар педагогтары йәш башҡорт артистарын, үҙ балаһылай күреп, еренә еткереп һөнәрҙең нескәлектәренә өйрәтте. Йәш башҡорт ғалимдарына Мәскәү һәм Ленинградтың фәнни даирәләрендә абруй яулап өлгөргән күренекле татар ғалимдары кандидатлыҡ йәки докторлыҡ диссертацияларын яҡларға ярҙам итә ине. Бының сәбәбе ябай: татарҙар үҙҙәрен башҡорттарҙан айырманы, улар менән берҙәм халыҡ тип хис итте.

Башҡортостанда йәшәгән күп татарар араһында башҡорттарға бар яҡлап республиканы нығытыуҙа, уның мәҙәниәтен һәм интеллектуаль кимәлен күтәреүҙә ярҙам итеү изге эш тип һаналды.

Квалификациялы башҡорт кадрҙары булмаған осорҙа Башҡортостандағы татар телле интеллигенцияның күп вәкилдәре башҡорт телен өйрәнде, һәм республика учреждениелары аша башҡорт әҙәбиәтен, театрын, фәнен, мәғарифын, сәнғәтен һәм матбуғатын үҫтереүҙә ҡатнашты. Башҡортостанда күпме бындай учреждениелар асырға кәрәклеген фәҡәт Мәскәү ҡарар иткән осорҙа улар шул рәүешле кадрҙар менән тәьмин ителеү мәсьәләһен хәл итә барҙы. Шул уҡ ваҡытта улар тарафынан һәр ваҡыт алмашҡа килергә һәм башҡорт мәҙәниәтен, фәнен, мәғарифын үҫтерергә бурыслы башҡорт милли кадрҙарына ҡанат нығытырға мөмкинлек бирелде.

Совет йылдарында Башҡортостандағы байтаҡ татарҙар халыҡ иҫәбен алыуҙар барышында тулыһынса үҙ ирке менән башҡорт тип яҙылды, сөнки шул рәүешле башҡорттарға үҙ республикаларындағы демографик күплеген арттырырға ярҙам итәбеҙ, тигән ғәҙел фекерҙә инеләр. Улар татар булып ҡала килде, ләкин Мәскәү алдында башҡорттарҙың күплеген күрһәтергә кәрәк, тип иҫәпләне. Башҡорттарҙың Башҡортостандағы процентының ҙур булыуы Мәскәү менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙә булған Башҡортостан Республикаһы өсөн ярайһы ҙур сәйәси абруйҙы аңлата ине.

Татарстан Республикаһында йәшәүсе татарҙар ҙа Мәскәү алдында башҡорттар менән берҙәм булырға ынтылды. Совет заманында Татарстан менән Башҡортостан лидерҙары, республикаларының мәнфәғәттәрен яҡлап Мәскәү бюрократтарының тупһаларын тапаған саҡта, гел генә бергә йөрөргә тырыша ине. Республикаларҙың һәр береһе белде: әгәр Татарстандың дәрәжәһе союз республикаһына тиклем үҫһә, ундай дәрәжәгә Башҡортостан да эйә була ала. Һәм киреһенсә. Шуға ла ике республика бер-береһенең дәрәжәһен арттырыу яҡлы булды, Татарстан менән Башҡортостан башлыҡтары уларҙың СССР-ҙың ун алтынсы һәм ун етенсе союз республикаларына әүерелеүе өсөн көс һалды. Әйтергә кәрәк, башҡорттар менән татарҙарҙың уйында һис ҡасан да һуңынан СССР составынан сығыу ниәте булманы, улар үҙ халыҡтарының етешлеген һәм абруйын арттырыу, оло, берҙәм Советтар Союзында йәшәүсе үзбәктәр, ҡаҙаҡтар һәм рустар менән бер үк рәттән үҙбилдәләнеш хоҡуғына эйә булыу тураһында уйланы.

Эйе, татар халҡы, башҡорттарға ҡарағанда күп һанлыраҡ һәм ҡала мөхитенә иртәрәк яраҡлашҡан халыҡ булараҡ, ХХ быуатта милли үҫештә күпкә алғараҡ атланы, һәм күп яҡлап башҡорт халҡына үрнәк бирерҙәй булды. Шул сәбәпле татарҙар үҙҙәрен, башҡорттарға ҡарағанда, өҫтөнөрәк, алдынғыраҡ тойоуы ихтимал да. Образлы әйткәндә, игеҙәк ағалы-ҡустылы кеүек башҡорттар менән татарҙар араһында һуңғылары үҙҙәрен олораҡ тип хис итә башлап, тап шул арҡала башҡорттарға, ҡустыларына кеүек, уларҙың милли үҙаңы уяныуының ҡатмарлы осоронда ярҙам күрһәтә ала ине.

Ләкин ХХ быуат аҙағында башҡорттар, үҫештең һәм милли үҙаңдың етерлек бер кимәленә өлгәшеп, хәҙер инде башҡа ҡәрҙәш халыҡтарынан «олоноң кесегә ҡарашы» мөнәсәбәтен тойоп түгел, ә улар менән тиң мөнәсәбәттә булып йәшәргә теләүен аңланы. Быны бәлиғ йәшкә етеп, йәһәтерәк туғандарының ҡурсалауынан азат булырға ынтылған, үҙаллылыҡҡа ашҡынған егеттең кисерештәре менән сағыштырырға мөмкиндер. Туған-тыумасаң нисек кенә борсолһа ла, үҙ тормошоңдо үҙеңсә ҡорорға, ситтән ярҙам көтмәйенсә көн итергә ынтылыу – ул тәбиғи теләк.

Тап ошо мәлдә ғаиләгә драма кисерергә тура килде. Йыш ҡына береһе, көслөрәкмен, тип, икенсеһен яҡлап йөрөгән игеҙәктәр ҡапыл үҙ-ара аңлашмай башланы. Башҡорттар беҙгә ҡаршы килмәҫкә тейеш, етмәһә, башҡорт менән татар ғәмәлдә бер халыҡ, тип фекер йөрөттө татарҙар. Башҡорттар иһә үҙҙәрен һәр ваҡыт үҙаллы, ләкин татарҙар менән туғандаш халыҡ, тип хис итә, һәм башҡорттарҙың Башҡортостан Республикаһында нисек йәшәргә кәрәклеге, нисә тел дәүләт теле булырға тейешлеге һ.б. тураһында татарҙар менән килешеп эш итергә теләмәй ине.

Мөнәсәбәттәр асыҡлау хатта шундай хәлгә етте: ҡайһы халыҡ ҡайһыныһынан сыҡҡан, кемдең халҡы боронғораҡ, тимәк, хоҡуҡтары ла күберәк, тип бәхәсләшеү китте. Ваҡыты-ваҡыты менән был диспут «Нимә иртәрәк барлыҡҡа килгән – йомортҡамы, әллә тауыҡмы?» тигән мәрәкә бәхәсте хәтерләтте.

Ләкин дәүләт телдәре тураһында хәл ителмәгән мәсьәлә суверенитеттың үҫешен, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеүҙе, Башҡортостан Президентын һайлауҙы, Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында законды ҡабул итеүҙе тотҡарлай башлағас, мәрәкәләү ҡайғыһы китте.

Башҡорттарҙың үҙ-ара һәм татарҙар менән аралашҡан сағында татар милләтенә ҡағылышлы бар нәмәнән, ят, дошмандарса күреп, баш тарта башлауынан моңһоу ҙа булып китте. Башҡорт элитаһында йән әрнеүе менән татар «шовинизмы», Башҡортостан татарҙары араһында – башҡорт «милләтселеге» хаҡында һөйләй башланылар.

1999 йылда, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ, рус теле менән бер рәттән тик башҡорт теле генә ҡабул ителеүе сәбәпле Ҡаҙан үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәндән һуң башҡорттар үҙҙәрен япа-яңғыҙ тойғас, күңел тағы ла болоҡһой төштө. Ә бит был закон башҡорттарға үҙ республикаларында һауа кеүек кәрәкле ине; татар теленә лә дәүләт теле статусын биреү башҡорт телен үҫтереүгә тәғәйен көстө тарҡатыу булыр ине. Күп башҡорттар, татар теле, шундай уҡ юридик дәрәжәгә эйә булған хәлдә, тиҙ арала башҡорт телен ассимилициялауы ихтимал, тип хафаланды.

Ә инде 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдынан Ҡаҙан менән Өфө араһында татарҙар менән башҡорттарҙың иң юғары рәсми кимәлдәге тартҡылашыуҙары башланғас, бөтөнләй күңел әрнене.

Әйтәйек, Татарстан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе Р.Хәкимов матбуғаттағы сығышында башҡорттарҙы большевиктар тарафынан татарҙарҙы тарҡатыу, уларҙың Рәсәй халҡы иҫәбендәге һанын кәметеү өсөн уйлап сығарылған халыҡтар рәтенә индерҙе. Бының менән ул ҙур ахмаҡлыҡ яһаны ғына түгел, адекват уйлы башҡорттарҙың, айырыуса башҡорт Президентының күңеленә Татарстан Республикаһы башлыҡтарына ҡарата шик-шөбһә һалып, үҙенең шефы Шәймиевҡа ярҙам күрһәтеү урынына ҡатмарлыҡ өҫтәне.

Ғилләһе шунда – башҡорттарҙың күпселеге өсөн, башҡорттар (совет власы тырышлығы менән түгел, дөрөҫөрәге, уның ҡаршылығына ҡарамаҫтан) үҙаллы халыҡ булғанмы, юҡмы, тигән һорауҙа шикләнеүгә урын юҡ. Шуға ла кемдеңдер тарафынан башҡорттарҙың үҙ дәүләтселеген, әҙәби телен һәм мәҙәниәтен булдырырға үҙаллы ихтыярын кәмһетергә тырышыу башҡорттарҙа һәр саҡ ғәҙел асыуҙы, кире ҡағыуҙы ғына тыуҙыра ала. Һәм бындай буш хәбәрҙе юғары трибунанан еткергән кешенең ниәттәре саф түгелдер, тигән шикләнеү уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул кеше шул ваҡытта Татарстандың рәсми, баш идеологы ине. Әгәр ҙә инде Р. Хәкимов 2002 йылда был һүҙҙәре менән башҡорттарға түгел, ә татар халҡына мөрәжәғәт иткән икән, татарҙарҙы киләһе перепись алдынан туплауҙың был ысулы Татарстанға ла, Башҡортостанға ла бик ныҡ ҡиммәткә төшөүен танырға кәрәк.

Ләкин сәстәр үрә торорлоҡ ахмаҡ сығыштар Башҡортостан яғынан да яңғыраны. Ҡайһы берәүҙәре ап-асыҡ ошаҡ, яла яғыуға тартым булыуын да билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, 2002 йылдың 18 сентябрендә Өфөлә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла башҡорт ғалимдарының В.В. Путин исеменә мөрәжәғәте ҡабул ителде; мөрәжәғәт итеүселәр унда «Ҡаҙандың гегемонистик дәғүәләренә» зарланып, Ҡаҙандың «Рәсәй дәүләте берҙәмлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн кире йоғонто яһауы ихтималлығы» тураһында белдерә. Күберәк доносҡа оҡшаған был документта авторҙар Мәскәүҙе «Урал-Волга буйы ареалы аша Ҡаҙағстан далалары тиклем һуҙылған Татар сылбыры» менән ҡурҡыта һәм башҡорттарҙы оло түбәнселек менән Кремлгә «Волга-Урал төбәгендә йәйелдерелгән татар экспансияһына ҡаршы торорлоҡ көс» сифатында тәҡдим итә, ҡолаҡҡа ятмаҫ башҡа һүҙҙәрен дә еткерә.

Кем был мөрәжәғәт авторҙарына башҡорт халҡын татарҙарға ҡарата ниндәйҙер «ҡаршы көс» итеп ҡуйырға, башҡорт менән татар халыҡтарын ҡапма-ҡаршы ҡуйырға хоҡуҡ биргән? Яуға күтәрелгән башҡорттарҙы – ҡалмыҡтар, баш күтәргән ҡалмыҡтарҙы иһә башҡорттар ярҙамында «баҫҡан», һәм уларҙы бергә ҡушып ҡаҙаҡтарға һөсләткән заманаларҙы ҡайтарғылары килгәнме?

Күрмәү мөмкин түгел, бында юғарынан бойороҡ алған үҙебеҙҙең сәйәси технологтарҙың ҡулы ҡағылған. Бындай документты ҡасандыр: «Татарстан менән Башҡортостандың геосәйәси бәйләнештәренең нығыныуы Рәсәй өсөн үтә лә хәүефле», - тиеүсе Дугин кеүек шовинистарға мәрәкә булһын өсөн ярамһаҡланған берәй маңҡорттоң ғына яҙыуы мөмкин. Сағыштырып әйткәндә, ағалы-ҡустылы икәү бер-береһенә үпкәләгән дә, береһе үгәй әсәһенә ошаҡлай: «Ҡара әле, ағайым ҡайһылай яуыз! Ул мине рәнйетә! Етмәһә, өйҙән ҡасырға уйлай! Кәрәген бир әле уға! Башҡа балаларға насар өлгө күрһәтә!» Ниһайәт, үгәй әсәй ҡайышты ала ла, ағалы-ҡустылыны айырым бүлмәләргә индереп,: «Туғаның миңә барыһын һөйләне, насар ҡыланаһың икән! Бына һиңә! Тағы берҙе ашарға һорап ҡына ҡара! Астан интектерәм, береһе лә якламаҫ! Туғаның һине һатты!» - тиеп һөйләнә-һөйләнә һәр береһенә яза бирә. Татарҙарға ундай хәлдән һуң башҡорттарҙы кисереүе ауыр булыуы аңлашыла.

Татарстанға ҡарата йәнә бер аҡылһыҙ әҙәпһеҙлекте 2006 йылда Башҡортостандан һайланған РФ Дәүләт Думаһындағы депутаттары күрһәтте. Татарстан федераль үҙәк менән власть органдары вәкәләттәрен бүлеү тураһындағы Договорын яңыртыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барған саҡта Татарстандың бер депутаты, Татарстан Рәсәй менән ундай договор төҙөүгә «лайыҡ», ә Башҡортостан «лайыҡ түгел», тигән мәғәнәләге фекерен белдергән. Һөҙөмтәлә беҙҙең депутаттар, Өфөнән алған күрһәтмә буйынса, Дәүләт Думаһында Рәсәйҙең Татарстан власть органдары менән договорға ҡул ҡуйыуына ҡаршы тауыш биргән. Ә бит Татарстан ошондай договорға ҡул ҡуйыуға өлгәшеп, үҙенә бер аҙ хоҡуҡтарын ҡайтара алған хәлдә Башҡортостан да киләсәктә, Татарстан тәжрибәһенә һылтанып, үҙе өсөн бындай килешеүҙе талап итә алыуын аңлау өсөн оло аҡыл эйәһе булыу кәрәкмәй. Ул саҡта инде Башҡортостан менән договор төҙөү мәсьәләһе Татарстандың фекеренә ҡарамаҫтан хәл ителер ине. Әйтергә кәрәк, Татарстан яғынан Башҡортостанды бындай уҡ договорға өлгәштермәү теләге булғанлығы икеле, сөнки Морозов фамилиялы бер депутаттың фекере (ә Кремлгә бындай морозовтарҙың провокациялары кәрәк) барлыҡ татарҙар фекере тигәнде аңлатмай. Шәймиев Башҡортостандың ундай договор төҙөүенә ҡаршы булған хәлдә лә, күпселек татарҙар уны барыбер хупламаҫ ине. Юҡ шул, Башҡортостан депутаттары «ни үҙеңә, ни башҡаға» принцибы буйынса, ҡотҡо һалыусыларҙы ҡыуандырып тауыш биргән. Федералдар Татарстан менән договорҙы барыбер төҙөнө, Дәүләт Думаһындағы күпселек ыңғай тауыш бирҙе. Ә татарҙарҙың башҡорт ҡәрҙәштәренә ҡарата йәнә хәтере ҡалды, үпкәләшеүгә тағы бер сәбәп өҫтәлде.

Ике ҡәрҙәш республикабыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙә сағылған ыҙғыш, тартҡылашыу күренештәре бик ныҡ ҡыҙғаныс шул. Улар бер ҙә республикаларыбыҙ халыҡтарының, айыҡ уйлы Рәсәйҙең файҙаһына түгел.

Башҡорттар, әйҙәгеҙ һуң аҡыллы эш итәйек, империя һәм бөйөк держава алып барған сәйәси уйындарҙа пешкалар булыуҙан туҡтайыҡ. Был беҙҙең боронғо халыҡҡа хас нәмә түгел. Ике халыҡ та беҙҙе берләштергән тарихи, мәҙәни, рухи яҡынлыҡты һаҡлау өсөн яуаплы. Ә инде халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлеге яңы Рәсәй Федерацияһының моделенә нигеҙ һаласаҡ.

Рәсәйҙең киләсәге империя экспансияһына ҡайтыуҙа ла, халыҡтарҙы яулау һәм баҫып алыуҙа ла түгел. Рәсәй ҡулында әле реаль мөмкинлек бар – киләсәктәге донъя ҡоролошоноң, һәр төрлө диктат һәм көс ҡулланыуҙан азат булған, тиң хоҡуҡлы халыҡтар һәм цивилизацияларҙың татыу йәшәйешенә ҡоролған йәмғиәттең тәү башлаусыһы һәм катализаторы булыу. Ә Татарстан менән Башҡортостан араһындағы барлыҡ бәйләнештәрҙе тергеҙеү, нығытыу һәм һаҡлау ошо юлдағы ҙур аҙымдарҙың береһе буласаҡ.

Мәҡәләнең интернеттағы адресы: http://kyk-byre.ru
XS
SM
MD
LG