Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 11:53

Румил Аҙнабаев вазифаһынан бушатылды


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ғәжәйеп үҙгәрештәр бара.

Ҡоролтай башлығы Румил Аҙнабаев вазифаһынан бушатылған. Хәҙер ул ҡоролтай етәксеһе урынбаҫары тип йөрөтөлә. Уныҙ урынына Мәскәүҙән Батырхан Мырҙабаев килә.

Батырхан әфәнде Мәскәүҙәге башҡорттар ҡоролтайын етәкләне. Ул Башҡортостан өсөн үҙ кеше тип әйтеп булмай, тыумышы менән Һарытауҙан. Йәғни Башҡортостандағы проблемалар уның өсөн ят. Ҡоролтай ағзаларының береһе - ғалим Рәшит Шәкүр был рокировканы ойошманы көсләндереү өсөн бер аҙым тип белдерҙе.

XS
SM
MD
LG