Accessibility links

Кайнар хәбәр

Президент шыршыһы үтте


Бөгөн Өфөлә Конгресс Холлда президент шыршыһы үтте.

Унда уҡыуҙа һәм спорта ҙур уңыштарға ирешеүселәр, етемдәр, күп балалаы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 700-гә яҡын бала саҡырылғайны. Президент шыршыһы тип аталһа ла был байрамға президент үҙе килгәне юҡ. Был юлы унда юғары вазифа биләүселәрҙән милли сәйәсәт министры Илдус Илешев килде.

Яңы йыл байрамдары башланыу сәбәпле был аҙнанан янғын һүндереүселәр көсөргәнешле эш режимына күсә. Ул 10-сы ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Республиканың баш янғын һүндереү инспекторы Марат Латыпов әйтеүенсә, яңы йыл байрамдары осоронда ут сығыу осраҡтары йышая.

Уҙған байрамдарҙа 31 декабрҙән 2 ғинуарға тиклем, йәғни, өс көн эсендә генә республикала 44 янғын сыҡҡан, ут 25 кешенең ғүмерен өҙгән. Инспекторҙар байрам көндәрендә айырыуса петарда, фейерверктар менән менән һаҡ ҡыланырға кәңәш итә. Йыл башынан иһә, республикала 5 меңгә яҡын янғын теркәлгән, 350 кеше һәләк булған. Матди зыян 200 миллион һумға баһалана.

XS
SM
MD
LG