Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 01:30

Башҡортостанда бензинға хаҡтар арзанайҙы


Республика хөкүмәте һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы етәкселеге араһындағы килешеүгә ярашлы Башкирнефтепродукт һәм Башнефть йәмғиәтәренең заправкалау станцияларында бөгөндән бензин һәм дизель яғыулығын ваҡлап һатыу хаҡы төштө.

Хәҙер уларҙа Регуляр Евро-92, Премиум Евро 95 һәм Супер 98 маркалы бензиндың, шулай уҡ Евро маркалы дизель яғыулығының литры 50 тингә, ә Нормаль-80 маркалы бензин 1 һумға арзанайҙы.

Һуңғы ике айҙа Башҡортостанда был төр яғыулыҡҡа хаҡтар 4-се тапҡыр, йәғни дөйөм алғанда 2-3 һумға төштө.

XS
SM
MD
LG