Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 11:46

Республика яңы йылға әҙерләнә


Яңы йыл кәйефе юҡ ине. Ҡар яуҙы. Урамда халыҡ күпләп йөрөй башланы. Әммә быйылғы декабрь ҡар юҡлығы менән халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ. Синоптиктар иһә беренсе ғинуарҙан барлыҡ төбәктәрҙә лә күпләп ҡар яуа башлаясаҡ, тип фаразлай. Быйыл яуасаҡ ҡар күләме тейешле норманан күпкә артып китеүе ихтимал, ти Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге етәксеһе Анна Козаева.

Шуға күрә лә ул февраль айының да яуым-төшөмлө көтөлөүен билдәләй. Яңы йыл төнөнә килгәндә, һауа температураһы 9-11 градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ. Айырым райондарҙа, башлыса төньяҡ төбәктәрҙә ул тағы ла түбәнерәк көтөлә. Ҡарҙы ашап булмағанын халыҡ яҡшы аңлай. Етмәһә, Америкалағы финанс кризис тип бик күп ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә аҡса түләмәгән.

Был хәбәр премьер Раил Сарбаевҡа етер тип уйлай күптәр. Сөнки тап ул республиканың мөмкинлектәре ҙур, һәр ойошма яңы йыл алдынан үҙ хеҙмәткәрҙәренәэш хаҡына ҡушып премияһын да түләргә тейеш, тип белдергәйне. Әммә премьерҙың һүҙҙәре күптәр өсөн һүҙ генә булып ҡалды. Раил Сарбаев үҙ фекерен республиканың киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашыуҙа тағы ла бер ҡабатланы. Журналистар менән ошондай формата ул тәүге тапҡыр осрашты. Раил Сарбаев әйтеүенсә, күптәр уйлағанса барыһы ла насар түгел. Социаль ҡатламға ҡараған халыҡҡа дәүләт ярҙамының арттырылған, күп балалы 3 йөҙгә яҡын ғаилә торлаҡ сертификаты алған. Социаль объекттар төҙөлөшө артыуы ла үткән йылдың мөһим күрһәткесе.

Йәлеп ителгән ивестициялар күләме буйынса ла алға китеш күҙәтелә. Республикала 70-тән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм күләме 156 миллиард һумға етә. Аграр тармаҡ та ярайһы уҡ нығынған. Матбуғат-конференцияһында ҡатнашыусыларҙы вәғәҙә ителгән 2 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөшө лә ҡыҙыҡһындырҙы. Раил Сарбаев был һорауға ла тулы яуап ҡайтарҙы. Финанс көрсөк төҙөлөш комплексы алдына ҙур һынауҙар ҡуйыуына ҡарамаҫтан, билдәләнгән бурыс арттырып үтәлде, торлаҡҡа хаҡтарҙың юғарылығы ғына бер аҙ күңелде ҡыра, тине Раил Сарбаев.

Арзан һәм уңайлы торлаҡ милли проекты үтәлеше тураһындағы һорауға яуап биреп, Сарбаев йәшәү урыны етешмәү бик күп социаль проблемаларҙың нигеҙе, тине.

XS
SM
MD
LG