Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дауахана төпкөлдә


Архангелда үҙәк район дауаханаһы яңыртылғандан һуң эш башланы.

Уны сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан президенты һәм хөкүмәт премьер-министры ҡатнашты. Үҙәк район дауаханаһы тәүлегенә 250 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Ул заманса дауалау һәм диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Стоматология бүлмәһенә Өфөлә бик һирәк осраған ҡорамалдар ҡуйылған.

Архенгел районында уҙған йыл һаулыҡ һаҡлау буйынса республика советының күсмә кәңәшмәһе үткәйне. Форумға әҙерлек барышында дауахананың өр-яңы дауалау корпусы, бала табыу бүлеге сафҡа инде. Үҙәк район дауаханаһындағы төҙөлөш эштәренә республика ҡаҙнаһынан тыш яғыулыҡ энергетика комплексы тарафынан 162 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Уның 60 миллион һумдан ашыуы поликликаны яңыртыуға тотонолған. Поликлиникала һәр табип өсөн йыһазландырылған айырым ҡабул итеү бүлмәләре, көндөҙгө стационар ҙа эшләйәсәк.


XS
SM
MD
LG