Accessibility links

Кайнар хәбәр

«Салауат Юлаев» Европала иң көслө була алманы


«Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәндәре өсөн бөгөн күңелһеҙ көн.

Команда Хоккей буйынса чемпиондар лигаһынан төшөп ҡалды. «Салауат Юлаев» ярым финалдағы яуап уйынында Магнитогорскийҙың Металлургынан отолдо.

Рәсәй йыйылма командаһының төп ҡапҡа һаҡсыһы булған Александр Еременко был юлы үтә лә уңышһыҙ уйнаны. Һөжүмселәр ҙә бер шайба ташлай алманы. «Салауат Юлаев» клубы алдына чемпиондар лигаһында еңеү бурысы ҡуйылғайны. Тик ул үтәлмәне.

Хәҙер Сергей Михалевҡа баш тренер посын һаҡлап ҡалыу өсөн Континенталь хоккей лигаһында еңеү яулап Гагарин кубогын алырға кәрәк.
XS
SM
MD
LG