Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 13:03

Башҡортостанда техноген авариялар артыуы ихтимал


Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2009-сы йылға күҙаллауҙар яһай. Унда техноген авариялар, тәбиғәт ҡазалары тураһында әйтелә.

Белгестәр фаразлауынса, быйыл Башҡортостанда геомагнит хәл тотороҡло буласаҡ. Йыл дауамында төбәктә егерменән алып ҡырҡҡа тиклем магнит бурандар көтөлә. Улар март – апрель һәм сентябрь – октябрь айҙарында булырға тейеш.

Яҙғы ташҡын республикала башҡа йылдар менән сағыштырғанда көсһөҙөрәк тип иҫәпләнһә лә, ғәҙәттән тыш хәлдәр булыуы ла ихтимал. Министрлыҡ урман – ҡырҙарҙа янғындар күбәйеү мөмкинлеген әйтә.

Быға төп сәбәп - ерҙең ҡоро булыуы һәм ҡар яумауы. Күҙаллауҙарҙың Башҡортостанға бәйле өлөшөндә әйтелеүенсә, республикала техноген аварияларҙың артыуы, юл-транспорт фажиғәләренең күбәйеүе мөмкин.

XS
SM
MD
LG