Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ һалынды


Урыҫтарҙың Раштыуаһы көнөндә Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды.

Былай Раштыуа мосолмандар өсөн дә изге көн һанала. Ул Ғәшүрә байрамы тип йөрөтөлә. Мәсеттең нигеҙен һалыуҙа баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән бергә Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы Никон менән Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский ҡатнашты.

Власть вәкилдәре лә булды. Хөкүмәт ҡарамағындағы дини эштәр буйынса Шура рәйесе Вячеслав Пятков та үҙ фатихаһын бирҙе. Яңы мәсеттең һыйҙырышлығы 1 мең кешегә иҫәпләнә. Унда мәҙрәсә асыу ҙа күҙҙә тотола, тик ҡасан төҙөлөп бөтөүе әлегә билдәле түгел.
XS
SM
MD
LG